04:36 (UTC+5), 12 Июля 2012

Үҙәк баҙарҙа зыян күргән Крымск халҡы өсөн гуманитар ярҙам йыйыу пункты эшләй

Розалия Вәлиева
«Үҙәк» сауҙа комплексының беренсе ҡатында урынлашҡан гардеробта 13 июлдән 17-һенә тиклем Һыу баҫыуҙан зыян күргән Крымск халҡы өсөн гуманитар ярҙам йыйыу пункты эшләйәсәк.
Төрлөсә ярҙам күрһәтергә: махсус иҫәпкә аҡса күсерергә, кейем, аяҡ кейеме, боҙолмай торған аҙыҡ-түлек продукцияһы, медикаменттар алып килергә мөмкин. Иң кәрәкле әйберҙәр: йылы юрғандар, әйберҙәр, кейем (футболка, шорты, майка, салбар), ҡыуыштар, түшәк кәрәк-ярағы, таҫтамалдар, һабын, балаларға әйберҙәр, аяҡ кейемдәре (резина итек, кәлүш, ололар һәм балалар өсөн аяҡ кейеме), памперстар, еүеш салфеткалар (балалар өсөн), бер тапҡыр ҡулланылыусы йүргәктәр, антисептик салфеткалар, аҙыҡ-түлек (консервалар, тиҙ әҙерләнеүсе бутҡалар, шәкәр, тоҙ, ҡуйыртылған һәм киптерелгән һөт, икмәк, сохари), балалар аҙығы (имеҙлек менән шешәләр, балалар өсөн тәғәйенләнгән ит консервалары, шешәләргә тултырылған һыу). Дарыуҙар - бинттар, мамыҡ, медицина гипсы, антисептиктар, антибиотиктар, тетрациклин, нитроксолин, левомицитин, фуразолидон, кофеин, кордиамин, коргликон, эуфедрин, нитросорбидтар, ауыртыуҙы баҫыусы препараттар, ҡан тамырҙарын киңәйтеүсе дарыуҙар (Баралгин, Спазган), нейролептиктар (фенозепам, клонозепам, омнопон), гипотензив һәм тән температураһын төшөрөүсе препараттар, лоперамид (имодиум), фталазол йәки левомицетин, баралгин йәки но-шпа, диабетиктар өсөн дарыуҙар, прокладкалар, техник ҡулайламалар (ҡояш нурҙарынан энергия алыусы аккумуляторҙар, башҡа төрлө аккумуляторҙар, электрогенераторҙар), һыуҙы зарарһыҙландырыу өсөн таблеткалар, шырпы, майшәм, фонарҙар, зажигалкалар, бер тапҡыр ҡулланылыусы һауыт-һаба, термостар кәрәк.
Пункт иртәнге 10-дан киске 9-ға тиклем эшләй.
Йәнә гуманитар ярҙам йыйыу пунктында эшләү өсөн волонтерҙар кәрәк. Бөтә һорауҙар буйынса 8-917-77-80-004 телефонына шылтыратырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика