18:03 (UTC+5), 11 Июля 2012

«Морат» тау саңғыһы трассаһына яһалма ҡар түшәләсәк

Арина Рәхимҡолова
Белорет районының «Морат» тау саңғыһы үҙәгендә яһалма ҡар яуҙырыу системаһын ҡуйыу эштәре башланды. Ошо система ярҙамында октябрҙән алып апрелгә тиклем барлыҡ дүрт трасса ла, шул иҫәптән балалар өсөн тәғәйенләнгәне лә идеаль хәлдә буласаҡ, тип хәбәр итте БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Елена Ледяйкина. Алдағы миҙгелгә был трассаларҙың яҡтыртыу системаһын монтажлау һәм ҡуйыу, Үҙәк тау саңғыһы спорты һәм сноуборд клубы филиалының өс ҡатлы бинаһын реконструкциялау ҙа планлаштырыла .
Октябрҙә тау саңғыһы үҙәге өй туйлай һәм спортсыларҙы, әүҙем ҡышҡы ял яратыусыларҙы ҡабул итергә әҙер буласаҡ.
Ҡарағай урманында урынлашҡан был база электән эшләй һәм үҙенең бай тарихы менән дан алған. Совет заманында бында бөтә Союз кимәлендәге ярыштар үткәрелгән һәм етди тау саңғыһы мәктәбе эшләгән. Уның өс тәрбиәләнеүсеһе Олимпия уйындарында ҡатнашҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика