06:30 (UTC+5), 11 Июля 2012

Архангел районы «Турфест-2012» фестивалендә ҡатнашыусыларҙы ҡаршылай

Эльмира Сабирова
«Турфест-2012» XXII асыҡ республика йәштәр фестивале кесаҙна, 12 июлдә, асыла. Ул былтырғы кеүек үк Архангел районының Абҙан ауылы янында үтәсәк.
БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында аныҡлауҙарынса, «Турфест-2012» фестивалендә республиканың Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Салауат, Нефтекама ҡалаларынан, Краснокама, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Архангел райондарынан, шулай уҡ Ханты-Мансийскиҙан командалар ҡатнаша.
Слет, ғәҙәттәгесә, ике өлөштән тора. Спорт программаһы сиктәрендә командаларға йәйәүлеләр, велосипед, һыу дистанцияларын үтергә һәм туриадала ҡатнашырға тура киләсәк. Йәштәрҙе йәнә автор йырҙары, «Визитка», «Бивак» һәм «Фотография» конкурстары кеүек ижади ярыштар ҙа көтә.
Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған быйылғы фестиваль 15 июлдә ябыла.
Былтыр «Турфест»та бөтә республиканан 15 команда һәм Ханты-Манси автономиялы округынан бер команда ҡатнашты. Өфөнөң Киров районы йәштәре фестивалдең абсолют еңеүсеһе тип табылды, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең командаһы – икенсе, «Кама» командаһы (Краснокама районы) өсөнсө урын яуланы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика