06:05 (UTC+5), 09 Июль 2012

Башҡортостан Президенты Бөтә Рәсәй Ауыл һабантуйында ҡатнашты

Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков
7 июлдә Силәбе өлкәһенең Дубровка ауылында Бөтә Рәсәй Ауыл һабантуйы үтте. Милли байрамда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Федераль һабантуй тәүге тапҡыр бөтөн Көньяҡ Урал төбәктәренең халҡын йыйҙы.
Уның тантаналы өлөшө делегациялар парады, рәсми кешеләрҙең тәбрикләү һүҙҙәренән һәм Силәбе өлкәһенең ауыл хужалығы алдынғыларын ҡотлауҙан башланды.
Артабан һабан байрамын Башҡортостан, Татарстан һәм Силәбе өлкәһенең профессиональ һәм үҙешмәкәр артистары әҙерләгән концерт дауам итте. Майҙанда традицион халыҡ уйындары буйынса ярыштар, ижади конкурстар ойошторолдо.
Армспорт, гер спорты буйынса көс һынашыуҙар, ат сабыштары ла бик мауыҡтырғыс булды.
Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйы программаһының мотлаҡ өлөшө булған көрәш иһә иң яҡшы көрәшселәр – донъя һәм Рәсәй чемпиондарының күрһәтмә сығыштары менән башланып китте.
Һабантуй һуңында билбау көрәшендә еңеүселәр бүләкләнде, «Һабантуйҙағы иң яҡшы тирмә» һәм «Иң яҡшы милли кухня» конкурстарына йомғаҡ яһалды.
1 из 16
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика