Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-23 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2012, 10:45
Июль һәм августа беҙҙе эҫе һәм ҡоро көндәр көтә
Быйыл июль, август һәм сентябрь айҙары ҡоро һәм эҫе килә. Был турала матбуғат конференцияһында Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, июль норманан бер нисә градусҡа йылы була, бөтөн республикала тиерлек ваҡыты менән ямғырҙар көтөлә. Әйткәндәй, Башҡортостан өсөн йәйҙең икенсе айында һауа температураһының уртаса күрһәткесе, ғәҙәттә, плюс 18 градусҡа тиң.
— Алдан күҙаллауҙар буйынса, август һәм сентябрҙә лә ошондай уҡ һауа торошо өҫтөнлөк итәсәк. Минималь күләмдәге яуым-төшөм менән эҫе көндәр тороуы көтөлә, — тине Анна Козаева. – Аграрийҙар өсөн был бик үк уңайлы һауа торошо түгел, әлбиттә.
Йәнә Башгидрометтың баш синоптигы һауа торошо арҡаһында йылғасылар һәм энергетиктарҙың ҙур ҡыйынлыҡтар кисереүен билдәләне.
— Ағиҙел йылғаһы күҙгә күренеп һайыға. Ә Павловка ГЭС-ында һыуһаҡлағысҡа йыйылғанға ҡарағанда күпкә артығыраҡ һыу ағыҙыла. Яҡын арала был йәһәттән хәлдәрҙең яҡшырыуы көтөлмәй, — тип белдерҙе Анна Козаева.
Автор:
Рәсүл Хәмиҙуллин
Теги:
һауа торошо
башгидромет
Читайте нас