11:18 (UTC+5), 03 Июль 2012

Төркиә йәштәре Өфө менән таныша

Эльмира Сабирова
Өфөгә Төркиәнең Мерсин ҡалаһынан йәштәр делегацияһы килде. Уның составында 17 кеше. Өфөнөң Йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Урал Килсенбаев аңлатыуынса, визит MULTI халыҡ-ара йәштәр программаһы сиктәрендә ойошторолған. Башҡортостандың баш ҡалаһында ул өсөнсө йыл рәттән тормошҡа ашырыла, ә республикала 1997 йылда бойомға ашырыла башлаған. Проект төрлө илдәрҙең йәштәре араһындағы диалогты үҫтереүгә йүнәлтелә. Уның нигеҙендә республика йәштәре Төркиә, Польша, Израиль, Англия, Эстония, Украина һәм Германиянан тиҫтерҙәре менән танышҡан.
— MULTI сит илдән килгән дуҫтарҙы ғаиләлә ҡабул итергә һәм һиндә ҡунаҡ булған кешенең илендә булып ҡайтырға мөмкинлек бирә, — ти Урал Килсенбаев. – Ошондай алмашыу арҡаһында йәштәр үҙҙәренең белем даирәһен арттыра: икенсе илдәрҙең тарихы, көнкүреше, мәҙәниәте, йолалары менән таныша. Был беҙҙең үҫмерҙәргә лә, ҡунаҡтарға ла ҡыҙыҡлы.
Бынан тыш, төрлө ил вәкилдәренең хәҙерге йәштәрҙе борсоған һорауҙарҙы тикшерергә, уларҙың дәүләтендә ғәмәлгә ашырылған йәштәргә ярҙам программалары менән танышырға мөмкинлеге бар.
Төркиәнән килгән ҡунаҡтарҙы бай программа көтә: улар Өфөнөң Ленин һәм Киров райондарындағы үҫмерҙәр клубтары эшмәкәрлеге менән танышасаҡ, сәнғәт, музыка, спорт өлкәһендәге проекттарҙа ҡатнашасаҡ. Ошо рәүешле үҫмерҙәр күңеленә яҡын йүнәлеште һайлай, яңы нәмәгә өйрәнә һәм үҙе белгәндәрен күрһәтә аласаҡ.
Ҡунаҡтарға ҡыҙыҡлы экскурсия маршруты ла әҙерләнгән – йәштәр Бөрйән районындағы профилле лагерға барасаҡ, Шүлгәнташ мәмерйәһен, Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһен ҡараясаҡ, Өфө парктарында һәм музейҙарында буласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика