Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июль 2012, 14:52
Йылайыр районының Анновка ауылында клуб асылды
Йылайыр районының Анновка ауылында бер нисә йыл элек янған бина урынында яңы клуб төҙөлдө.
— Клубта юлдаш тәрилкәһе һәм плазмалы телевизор ҡуйылды, — тип хәбәр итте район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Александр Коротков. – Хәҙер ауыл халҡы бөтә республика халҡы ҡараған телепрограммаларҙы ҡарай ала.
Ауыл клубында художество етәксеһе лә эшләйәсәк. Анновкаға гастролдәр менән билдәле артистар ҙа киләсәк, тип көтөлә.
Ауылда 63 ихата иҫәпләнә, йәмғеһе 171 кеше йәшәй.Мәктәп, почта элемтәһе бүлексәһе, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, урман хужалығы бүлексәһе эшләй.
Автор:
Розалия Вәлиева
Теги:
йылайыр районы
Читайте нас: