Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
84.84
+1.71
96.92
+2.25
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2012, 10:30

Өфөләге тығындарҙы реаль ваҡыт режимында күҙәтеп барырға мөмкин

Ҡала юлдарында барлыҡҡа килгән тығындарҙы иҫәпкә алып, Өфө водителдәре хәҙер маршруттарын икенсе төрлө һала ала - Өфө хакимиәтенең сайтында «Яндекс-тығындар» сервисы нигеҙендә эшләүсе «Карталар» бүлеге барлыҡҡа килде.
Әлеге ваҡытта картаның өс интерактив режимынан «Тығындар» режимы тулы ҡеүәтенә эшләй. Яҡын арала «Төҙөлөш» һәм «Ремонт эштәре» опциялары ҡулланылышҡа индереләсәк. Карталағы ҡыҙыл уҡ - был участкала барлыҡҡа килгән тығындар, һарыһы транспорт ағымының аҡрын тиҙлеге тураһында һөйләй. Ә йәшел менән билдәләнгән участкаларҙа тиҙлекте кәметмәйенсә йөрөп була.
Автор: Розалия Вәлиева
Читайте нас