12:29 (UTC+5), 27 Июня 2012

Хәрби вуздарҙы тамамлаған 1,2 меңдән ашыу кеше июлдә Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәрен тулыландырасаҡ

Әлим Фәйезов
Быйыл хәрби вуздарҙы тамамлаған 1,2 меңдән ашыу офицер йәйге ялдарынан һуң хәрби хеҙмәт юлын башлар өсөн Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәренә киләсәк. Үҙәк хәрби округының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, улар - төрлө һөнәр эйәләре, башлыса мотоуҡсылар, танкистар, артиллеристар һәм элемтәселәр. Йәш офицерҙарҙың барыһы ла дәрәжәһенә һәм белгеслегенә ҡарап, төрлө вазифаларға тәғәйенләнәсәк.
Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы генерал-полковник Валерий Герасимовтың бойороғона ярашлы, сығарылыш офицерҙарын ҡабул итеү, урынлаштырыу һәм сафҡа индереү буйынса оператив төркөм булдырылған. Ҙур гарнизондарҙа йәш офицерҙарҙы һәм уларҙың ғаиләләрен ҡаршы алыу пункттары эшләй. Торлаҡ фонды, аяҡҡа баҫып китеү өсөн биреләсәк финанс средстволар һәм закон менән ҡаралған башҡа түләүҙәр әҙерләнгән. Йәш офицерҙарҙың ҡатындарын эшкә урынлаштырыу саралары планлаштырылған.
Йәйге ялдан килгән йәштәр тәүҙә уҡыу-методик сбор үтәсәк. Практик дәрестәргә, шул иҫәптән психологик тренингыларға һәм тестарға айырым иғтибар биреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика