06:06 (UTC+5), 25 Июня 2012

«Турфест-2012» йәштәр фестивале бөтөн Башҡортостандан туристарҙы йыя

Любовь Колоколова
11 - 15 июлдә Архангел районының Абҙан ауылы янында «Турфест-2012» XXII асыҡ республика йәштәр фестивале үткәрелә. Ул Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арнала.
Фестивалде БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Архангел районы хакимиәте, Башҡортостандың Туристик-спорт союзы, Республика йәштәрҙең ижади башланғыстарын тормошҡа ашырыу үҙәге ойоштора.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, турфесттың ҡатнашыусылары - Башҡортостан райондарынан һәм Рәсәй төбәктәренән килгән йәштәр командалары (35 йәшкә тиклем). Фестиваль спорт ярыштары һәм конкурстар кеүек ике өлөштән тора. Фестивалдең беренсе өлөшөндә йәйәүлеләр, велосипед, һыу дистанцияларын үтеү һәм туриада ҡаралған. Конкурс программаһына «Йыр», «Визитка», «Бивак» һәм «Фотография» конкурстары инә.
Еңеүселәр һәм призерҙар кубоктар, дипломдар, миҙалдар һәм бүләктәр аласаҡ.
«Турфест-2012» фестивалендә ҡатнашыуға заявкалар 3 июлгә тиклем БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында ҡабул ителә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика