10:57 (UTC+5), 22 Июня 2012

Рөстәм Хәмитов ТӨРКСОЙ ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеинов менән осрашты

Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков
22 июндә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеинов менән эш осрашыуы үткәрҙе. Осрашыуҙа мәҙәни хеҙмәттәшлек мәсьәләләре, атап әйткәндә, Башҡортостанда төрки телле халыҡтар сәнғәте фестивалдәрен үткәреү мөмкинлектәре, шулай уҡ художестволы әҫәрҙәрҙе тәржемә итеү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
— Мин йәнә бер тапҡыр һеҙгә башҡарған хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдергем килә. Һеҙ бихисап төрки телле халыҡтың мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү кеүек мөһим эш башҡараһығыҙ. Берлектәге эшмәкәрлегебеҙҙе, әлбиттә, дауам итәсәкбеҙ, - тине Рөстәм Хәмитов.
Ул шулай уҡ, быйыл республика бишенсе «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле халыҡтарҙың театр сәнғәте фестивален ҡабул итәсәк, тип хәбәр итте. «Беҙҙең өсөн был оло хөрмәт. Фестиваль тейешле кимәлдә үтһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Осрашыуҙа шулай уҡ тәржемә итеү кеүек мөһим тема ҡуҙғатылды. Дюсен Касеинов фекеренсә, «тәржемә бөгөнгө көндә проблемаларҙың береһе булып тора, был төрки телдәр араһындағы тәржемәгә лә, рус теленә һәм рус теленән беҙҙең телдәргә тәржемәгә лә ҡағыла».
— Тәржемәселәр әҙерләү буйынса киләсәктә программа билдәләйәсәкбеҙ. Нисә белгес булырын белмәйбеҙ, әммә был эште маҡсатлы рәүештә булдырасаҡбыҙ, - тине Рөстәм Хәмитов.
Президент шулай уҡ, «яңы, мөһим форумдар, майҙансыҡтар, фестивалдәр барлыҡҡа килһен», тигән теләген белдерҙе.
— Яңыраҡ беҙ 2014-2015 йылдарҙа Өфөлә төрки телле халыҡтарҙың йыр фестивален үткәреү тураһында һөйләштек. 10-30 түгел, ә йөҙләгән кеше ҡатнашһын өсөн ҙур формат яһау зарур. Хәҙер бындай пландағы эште нисек үтәү тураһында уйлайбыҙ. Беҙгә, әлбиттә, һеҙҙең ярҙам кәрәк буласаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы. – 2014-2015 йылдарҙа Рәсәй Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында рәйеслек итәсәк. Был ойошмала бихисап төрки телле ил ҡатнаша. Һәм беҙҙең барыбыҙға ла унда ҡатнашырға булыр ине. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы етәкселегенә төрки мәҙәниәтен, телен үҫтереү буйынса мәсьәләләрҙе тикшерергә тәҡдим итергә булыр ине. Әлбиттә, унда тәү сиратта иҡтисад, иҡтисади хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡарала, әммә, иҫләүемсә, мәҙәниәт үҫеше менән дә шөғөлләнгән сектор бар. Беҙгә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы, төрлө Евразия форумдары кеүек мөһим структураларҙы ла файҙаланырға кәрәктер. Был йәһәттән эш етерлек һәм ул ҡыҙыҡлы, шуға күрә үҙебеҙҙең яҡтан был эшмәкәрлекте башҡарасаҡбыҙ, - тип белдерҙе Башҡортостан Президенты.
Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов муниципаль кимәлдә лә хеҙмәттәшлек итеүҙе дауам итеү кәрәклеге хаҡында әйтте.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика