09:03 (UTC+5), 21 Июня 2012

Өфөлә «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» китабы авторҙары «ТӨРКСОЙ» почет билдәләре менән наградланды

Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков
21 июндә Башҡортостандың Милли музейында «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» китабы авторҙарын «ТӨРКСОЙ» почет билдәләре менән наградлау тантанаһы үтте. Наградаларҙы Өфөгә рәсми визит менән килгән ТӨРКСОЙ ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеинов тапшырҙы.
— «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» китабы авторҙарына һәм төҙөүселәренә был почетлы билдәләрҙе тапшырыу минең өсөн оло хөрмәт, сөнки ул Башҡортостан өсөн генә күренекле шәхес булып тормай. Әхмәтзәки Вәлиди Туған исеме бөтә донъяға билдәле, - тине Дюсен Касеинов.
Наградланыусылар араһында - «Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығының уҡытыу үҙәге» директоры Тәлғәт Сәғитов, яҙыусы Ғәлим Хәсәнов, мөхәррир Ғәлиә Ғәлимова, китап дизайнеры, «Белая река» нәшриәте хеҙмәткәре Юрий Илингин һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре, ғалим Салауат Ҡасимов.
— Китаптың күпселек өлөшөн билдәле мәғрифәтсенең тормошона ҡағылышлы документтар һәм фотолар тәшкил итә, ул шуның менән ҡәҙерле лә инде, - тип билдәләне БР мәҙәниәт министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Камила Дәүләтова. – Башҡортостан тарихы менән ҡыҙыҡһынған һәр кемгә китап файҙалы буласаҡ.
Шулай уҡ ТӨРКСОЙ-ҙың махсус премиялары менән Рудольф Нуриев исемендәге XVIII Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале лауреаттары, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары Ирина Сапожникова һәм Валерия Исаева наградланды. Балериналар әлеге ваҡытта гастролдәрҙә йөрөй, шуға күрә наградаларҙы улар өсөн театрҙың генераль директоры Рөстәм Сабитов алды.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика