13:00 (UTC+5), 20 Июня 2012

Өфөгә рәсми визит менән ТӨРКСОЙ ойошмаһының генераль секретары килде

Розалия Вәлиева
Өфөгә рәсми визит менән Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһының (ТӨРКСОЙ) генераль секретары Дюсен Касеинов килде.
Визит сиктәрендә кесе йома, 21 июндә, Милли музейҙа Дюсен Касеинов «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» китабы авторҙарына һәм төҙөүселәренә - ТӨРКСОЙ-ҙың иҫтәлекле билдәләрен, Рудольф Нуриев исемендәге XVIII Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале лауреаттарына ТӨРКСОЙ-ҙың махсус премияларын тапшыра. Был хаҡта БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр иттеләр.
Шул уҡ көндө Дюсен Касеинов төрки телле шиғриәт әҫәрҙәрен тәржемә итеүселәрҙең II «Аҡ торна» Халыҡ-ара конкурсының ойоштороу комитеты эшендә һәм М.Ф.Ахундов йылын, Н.Катанов йылын үткәреү буйынса эш төркөмө кәңәшмәһендә ҡатнашасаҡ.
Көндөң икенсе яртыһында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында халыҡ-ара телдәр һәм уларҙы уҡытыу методикаһы кафедраһында көнсығыш телдәре кабинетын асыу тантанаһы һәм юғары уҡыу йорто профессорҙары һәм уҡытыусылары менән осрашыу үтә. Генераль секретарь Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тел һәм әҙәбиәт институтына 80 йыл тулыуға арналған тантаналы йыйылышта ҡатнаша.
Бынан тыш, Дюсен Касеинов Өфөнөң бер нисә мәҙәни учреждениеһына барырға, шулай уҡ З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында һәм БР Милли симфоник оркестры концертында булырға планлаштыра.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика