06:10 (UTC+5), 19 Июня 2012

Төбәктә 1330 уҡыусы математика буйынса БДИ тапшыра алманы

Эльмира Сабирова
Башҡортостанда математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын 25733 кеше тапшырҙы, шуларҙың 13330-ы ( 5,16%) минималь баҫҡысты үтә алманы. Былтыр 668 уҡыусы «икеле» билдәһе алғайны. Төбәктә 100 баллыҡ һөҙөмтә юҡ. Уртаса балл 49,36 тәшкил итә, был 2011 йылға ҡарағанда 6,14-кә кәмерәк. Был турала «Башинформ» агентлығына БР Мәғариф министрлығының белем сифатына һәм БДИ-ға баһа биреү бүлеге начальнигы Зәки Мырҙагилдин хәбәр итте.
Был күрһәткестәрҙең аппеляцияға биреү процедураларынан һуң үҙгәреүе лә мөмкин. Математиканан БДИ балдары менән килешмәү тураһында аппеляция 21 июндә - 14-тән 18 сәғәткә тиклем, 22 июндә 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120 адресы буйынса урынлашҡан Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты бинаһында үтә.
Аппеляцияға ғаризалар 1АП формаһында үрҙә күрһәтелгән адрес буйынса 19, 20, 21 июндә - иртәнге 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем, шулай уҡ 22 июндә 9-ҙан 17 сәғәткә тиклем вестибюлдә ҡабул ителә, 13 сәғәттән 14-кә тиклем – тәнәфес. Ғаризаларҙы шул уҡ формала мәктәптә һөҙөмтәләр иғлан ителгәндән һуң тәүлек әйләнәһенә apellyacia@mail.ru электрон почтаһы аша 22 июндә сәғәт 8-гә тиклем ебәрергә мөмкин. Һуңлап бирелгән ғаризалар ҡаралмаясаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, математика һәм рус теле Берҙәм дәүләт имтиханының мотлаҡ предметтары булып тора. Уларҙың һөҙөмтәләре аттестация алыуға йоғонто яһай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика