Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июнь 2012, 18:00
Аҡъяр ауылында мәсет асылды
Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа мәсет асылды. Ғибәҙәт йортон асыу тантанаһында Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, район хакимиәте башлығы Рөстәм Хәйруллин, эргә-тирәләге ауылдарҙың халҡы ҡатнашты.
Мәсет асыу тантанаһы изге Ҡөрьәндән аят уҡыу менән башланды.
— Мәсет асылыуы – дуҫлыҡ, изгелек, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡ байрамы ул. Ғибәҙәт йортон күтәреүгә бөтә ғаләм менән аҡса йыйҙылар. Башлыса урындағы халыҡ һәм район предприятиелары ярҙам итте, — тип билдәләне үҙенең сығышында БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе.
Автор:
Марина Шумилова
Теги:
дин
Читайте нас