Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2012, 10:15
Башҡортостанда көслө ямғыр, борсаҡ булыуы көтөлә
9 һәм 10 июндә Башҡортостанда ҡойма ямғыр, борсаҡ, йәшен булыуы көтөлә. Был турала Рәсәй Гидрометеоүҙәге хәбәр итә. Йәшен йәшнәгәндә елдең секундына 23 метрға етеүе ихтимал.
Бөгөн һәм иртәгә Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәренә лә ошондай һауа торошо хас буласаҡ.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн ҡыҫка ваҡытлы ямғырҙар, йәшен булыуы көтөлә. Көндөҙ айырым райондарҙа ҡойоп ямғыр яуыуы, борсаҡ булыуы ихтимал. Ел көньяҡ, көньяҡ-көнсығыштан, күк күкрәгәндә киҫкен, секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе, төштән һуң дауыл булыуы ихтимал. Көндөҙ 29-34 градусҡа тиклем эҫетәсәк.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
һауа торошо
Читайте нас