Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2012, 15:18
11 һәм 12 июндә Өфөнөң ике урамында хәрәкәт сикләнә
Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте 11 һәм 12 июндә транспорт хәрәкәтендә үҙгәрештәр буласағы тураһында иҫкәртә. Ғәҙәттәгесә, Рәсәй һәм Ҡала көндәрен билдәләү арҡаһында баш ҡаланың ике төп магистралендә — Ленин урамы менән Октябрь проспектында ваҡытлыса сикләүҙәр индереләсәк.
11 июндә иртәнге 8-ҙә Ленин урамы ябыла. 12 июндә төнгө 12-гә тиклем Вәлиди менән Киров араһы йәйәүлеләр урамына әйләнәсәк.
Октябрь проспектында ла транспорт хәрәкәте сикләнә, 11 июндә бында байрам сараларының генераль репетицияһы үткәрелә, ошоноң арҡаһында 19.00-дән 22.00-гә тиклем 112-се йорттан алып 128-се йортҡа тиклем проспект (Көньяҡ тыҡрығынан Төньяҡ тыҡрығына тиклемге ара) ябыла.
12 июндә ошо уҡ ара 11.00-дән 13.00-гә тиклем тантаналар үткән ваҡытҡа һәм 22.00 — 23.00 араһында Ленин майҙанында байрам салюты бирелгәндә ябыласаҡ.
Өфө хакимиәте автоһәүәҫкәрҙәрҙе маршрутты алдан билдәләүҙәрен һорай.
Автор:
Әлфиә Шәрәфетдинова
Теги:
байрам
Читайте нас