6 июндә Салауатта реконструкциянан һуң ҡалалағы берҙән-бер мәҙәниәт һәм ял паркы асылды. Паркты асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм республикаға эш визиты менән килгән Рәсәй Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин ҡатнашты.
— Республикала ошондай объекттар төҙөргә тейешбеҙ. Был беҙҙең өсөн мотлаҡ программа, ярҙамсы түгел, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
«Башинформ» агентлығына «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ветераны, ошо предприятиела 45 йыл эшләгән, 1965 йылда ҡала паркына нигеҙ һалыуҙа ҡатнашҡан Миңлебай Саттаров әйтеүенсә, ҡала халҡы өсөн бындай мәҙәни ял итеү урынының әһәмиәте тураһында һөйләп торорға кәрәкмәй. Яңыртылған паркта халыҡ рәхәтләнеп ял итә, көс-ғәйрәт туплай аласаҡ. Бынан тыш, бында һәр төрлө спорт ярыштары үткәреү мөмкинлеге бар.
Салауаттың мәҙәниәт һәм ял паркын асыу тантанаһы сиктәрендә уның биләмәһендә бөгөн сағыу саралар - коляскалар парады, һабын ҡыуығы фестивале, ҡул эштәре күргәҙмәһе үтте, шулай уҡ паркка килгәндәргә «Парк тылсымы» дизайн-проекты күрһәтелде.
Парк 210 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләй. Уны тергеҙеү 2010 йылдың октябрендә парктағы күлде таҙартыу һәм яр буйын нығытыу эштәренән башланған. Былтыр майҙа биләмәһен төҙөкләндереү эштәренә күскәндәр. Реконструкция барышында парктағы ағастарҙы мөмкин тиклем һаҡлап ҡалырға ҡарар ителгән. Шуға күрә бындағы һуҡмаҡтар ҙа үҙенең боролоштары менән йылға үҙәнен хәтерләтә.
Әйтергә кәрәк, бында ҡарт ағастар ғына бысылған. Уларҙың урынына меңләгән тирәк, ҡарағай, йүкә, балан, миләш үҫентеләре ултыртылған. Парктың хәҙер кедр аллеяһы ла бар.
Реконструкция барышында иҫке биналар һүтелгән. Территорияһында дөйөм алғанда 15 километр оҙонлоғондағы йүгереү, велосипедта йөрөү өсөн яңы юлдар, йәйәүлеләр һуҡмаҡтары барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ төрлө йәштәге балалар өсөн ике спорт-уйын майҙансығы йыһазландырылған.
Быларҙан тыш, периметры буйынса 1,2 километрға һуҙылған яңы ҡоймалар эшләнгән. Уңайлы эскәмйәләр, фонарлы бағаналар ҡуйылған, парк яңы хәүефһеҙлек системаһы менән йыһазландырылған.