07:50 (UTC+5), 05 Июнь 2012

Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре балалар реабилитация үҙәгенә ярҙам итте

Тимур Рәхмәтуллин
Көн элгәре Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы балалар өсөн «Илһам» медицина һәм реабилитация үҙәгендә булды. Башҡорттар ҡоролтайы ағзаһы Наил Шәйҙуллин йәмәғәт ойошмаһының рәйесе Морис Йосопов исеменән учреждениеға йүргәктәр, сабый күлдәктәре һәм имеҙлектәр тапшырҙы.
Баш табип Наталья Горло әйтеүенсә, реабилитация үҙәгенә тап ошондай практик ярҙам етмәй ҙә инде, йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ошондай ярҙам күрһәтелеүе улар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
«Башинформ» агентлығына Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, Силәбе хакимиәтенең «Изгелек маршруты» проекты сиктәрендә өлкә башҡорттары ойошмаһы алтынсы йыл инде реабилитация үҙәге менән хеҙмәттәшлек итә, уға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә тырыша. Был медицина учреждениеһында етлекмәй тыуған, шулай уҡ тыумыштан нервы системаһы ауырыуҙары менән яфаланған сабыйҙарҙы реабилитациялау буйынса кәрәкле хеҙмәттәр күрһәтелә. Бында бәләкәй пациенттарҙы бөтә Силәбе өлкәһенән килтерәләр. Әгәр элек үҙәк аша 120 сабый үтһә, хәҙер был һан 600-гә еткән.
— Ҡала хакимиәтенең был проекты бик уңышлы булды, — тип билдәләне Наталья Горло. – Бында төрлө социаль ҡатламдан булған балалар тейешле профессиональ ярҙам ала, дауалау барышында Силәбе өлкәһе өсөн уникаль технологиялар ҡулланыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика