Әлеге мәлдә ике генә проект ҡулланыуға индерелгән. Беренсеһе — «Асыҡ республика», бында ресурсты үҫтереү буйынса тәҡдим һәм теләктәрҙе ебәрергә мөмкин, һәм «Россия без дураков» федераль проектына оҡшатып эшләнгән «Ахмаҡтарҙан азат Башҡортостан» (
«Башкирия без дураков») проекты. Хәҙер граждандар урындағы власть вәкилдәре тарафынан эшләнгән ахмаҡлыҡ һәм вайымһыҙлыҡтар тураһында хәбәр итә ала. Был коммуналь хужалыҡҡа ла, урындағы кимәлдә ҡабул ителгән ҡарарҙарға ла ҡағыла. Мәғлүмәтте сайтта текст форматында ғына түгел, территорияға бәйләп тә ҡалдырырға мөмкин — сайтта интерактив карта эшләй, унда билдә ҡуйып була.