05:18 (UTC+5), 04 Июня 2012

Төбәк башлығы Кушнаренко районында «Асыҡ күк йөҙө» байрамын ҡараны

Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков
Кушнаренко районында урынлашҡан «Первушино» аэродромында «Асыҡ күк йөҙө» ғаилә уикенды байрамы үтте. Башҡортостандың бәләкәй авиация авиасалонын ҡарарға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та килде.
— Бөгөн беҙ авиация байрамын үткәреү йолаһына нигеҙ һалдыҡ, — тине Башҡортостан башлығы, уикендта ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләп. — Элегерәк бындай байрамдар ғәҙәти эш ине, хәҙер ошо традицияны тергеҙәбеҙ. Беҙҙең предприятиелар двигателдәр һәм агрегаттар ғына түгел, заманса авиация продукцияһы, самолеттар һәм осоу аппараттарын да сығарһын өсөн, республикала бәләкәй авиация кластерын булдырыу планлаштырыла.
Өфө авиаклубының генераль директоры Сергей Миңлеғолов әйтеүенсә, ошондай тәүге фестиваль «Первушино» аэродромында былтыр үткән. Ул үтә еңел авиация буйынса Рәсәй чемпионатына ҡарата ойошторолған. Авиация байрамын хәҙер йыл һайын уҙғарыу планлаштырыла.
«Асыҡ күк йөҙө» сиктәрендә халыҡ парашютистарҙың күрһәтмә сығыштарын ҡараны, улар 1200 метрҙан ашыу бейеклектән һикерҙе. Өфө авиаклубы пилоттары «Таралыу» фигураһын башҡарҙы. 15 бәләкәй авиация самолеты һауаға күтәрелде һәм техниканың мөмкинлектәрен күрһәтте.
Байрам бик һуң сағыу салют менән тамамланды.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика