Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2012, 14:45
Һөнәрселек училищелары уҡыусылары һәм мастерҙары араһында иң яҡшы умартасы һайланасаҡ
7-8 июндә Иглиндың 95-се һөнәрселек училищеһы базаһында «Умартасы» һөнәре буйынса белем алған уҡыусыларҙың һәм уҡыу йорттары мастерҙарының республика һөнәри оҫталыҡ олимпиадаһы үткәрелә.
Республика балалар (үҫмерҙәр) техник ижад үҙәгендә әйтеүҙәренсә, уҡыусылар араһында һөнәри әҙерлек сифатын күтәреү, уларҙың оҫталығын асыҡлау, белгестәр әҙерләү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу, йәштәр араһында хеҙмәттең алдынғы технологияларын һәм культураһын пропагандалау – уның төп маҡсаты.
Олимпиада теоретик һәм практик эштәр башҡарыуҙы үҙ эсенә ала. Теоретик өлөшө профессиональ цикл предметтары буйынса үткәрелә һәм тестарҙан тора.
Еңеүселәргә БР Мәғариф министрлығының дипломдары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
олимпиада
мәғариф
Читайте нас