Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2012, 13:33

Студент отрядтары хеҙмәт семестрын аса

Башҡорт дәүләт аграр университетының «Башаҡ» махсус отряды ағзалары быйыл иң тәүгеәрҙән булып хеҙмәт семестрын асты. 3-4 курстарҙа уҡыған 44 студент кисә Крснодар крайына юлланды. Бер команда Анапала икмәк комбинатында, икенсеһе Студент төҙөлөш отрядтарының Волгоград штабы составында Туапсеның сервис отрядында эшләйәсәк.
«Башаҡ» студент төҙөлөш отряды етәксеһе Азат Шәрәфетдиновтың аныҡлауынса, студенттарҙың быйылғы йылда Рәсәйҙең икенсе төбәктәренә тәүге сәфәре был. 250 кешенең июлдә Яр Саллылағы «КАМАЗ» заводында стажировка үтеүе планлаштырыла.
БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғиззәтуллин әйтеүенсә, әле студент отрядтары төҙөү һәм уларға күләмле эштәр эҙләү менән шөғөлләнәләр. Быйыл йәмғеһе йөҙҙән ашыу төрлө йүнәлештәге студенттар отряды эшләйәсәк. Беҙҙең республиканан тыш, йәштәр Татарстанда, Краснодар крайында һәм башҡа Рәсәй субъекттарында хеҙмәт итә аласаҡ.
Автор: Эльмира Сабирова
Читайте нас