05:38 (UTC+5), 31 Мая 2012

Өфөлә Р.Нуриев исемендәге XVIII Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале асылды

Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Адольф Адандың «Корсар» балеты премьераһы менән Рудольф Нуриев исемендәге XVIII Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале асылды.
Йола буйынса, фестивалде асыр алдынан театр етәкселәре, артистар һәм ҡала ҡунаҡтары Рудольф Нуриев барельефына сәскәләр һалды.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Нуриев фестивале тәүгә «Сочи-2014» мәҙәниәт олимпиадаһы сиктәрендә үтә.
— Был премьераға тоташ миҙгел дауамында әҙерләндек, - тине фестивалдең художество етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Леонора Ҡыуатова. - «Корсар» спектакле, «Аҡҡош күле» йәки «Жизель» кеүек үк, мәңгелек.
Фестиваль ҡунаҡтарын һәм артистарҙы республика Президенты Рөстәм Хәмитов сәләмләне. Ул балетты сәхнәгә ҡуйыусы Юрий Григоровичҡа рәхмәт әйтте һәм оҫтаның беҙҙең театр менән артабан да хеҙмәттәшлек итәсәгенә ышанысын белдерҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рудольф Нуриев иҫтәлегенә арналған балет сәнғәте фестивале Өфөлә 1993 йылдан үткәрелә. Нәҡ Башҡортостан баш ҡалаһында 1955 йылда ул тәүгә сәхнәгә сыға.
«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, фестиваль программаһына театрҙың дүрт балеты индерелгән. 31 майҙа - йәнә «Корсар», 2 июндә - «Жизель», 3 июндә «Аҡҡош күле» спектаклдәре ҡуйыла.
4 июндә Рәсәй балеты йондоҙҙарының концерты үтә. 5 июндә - «Баядерка», 6 июндә - «Дон Кихот» спектаклдәре ҡуйыла. Фестиваль 7 июндә донъя сәхнәһе йондоҙҙары һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының иң яҡшы бейеүселәре ҡатнашлығындағы ҙур гала-концерт менән тамамлана.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика