10:27 (UTC+5), 31 Мая 2012

Баш ҡалала Михаил Нестеров мемориалы асыла

Розалия Вәлиева
— Күренекле рәссам Михаил Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләү сиктәрендә үткәрелгән саралар мемориал асыуға килтерәсәк, - тип белдерҙе М.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директорының фән буйынса урынбаҫары Светлана Игнатенко Михаил Нестеровҡа мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһында. Мемориаль таҡтаташ Ленин урамы, 14/16 адресы буйынса урынлашҡан йортта асылды.
— Өфөлә рәссамдың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләү сиктәрендә фәнни-ғәмәли конференция һәм Михаил Нестеров һәйкәленең иң яҡшы проектына конкурс үтәсәк, - тип хәбәр итте БР мәҙәниәт министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Камила Дәүләтова. – Михаил Нестеров ижады – беҙҙең уртаҡ хазинабыҙ. 1913 йылда ул ҡалаға рус рәссамдарының 102 эшен, шул иҫәптән үҙенең 30 эшен бүләк иткән. Был ҡала өсөн ҙур ваҡиғаға әүерелгән һәм музей асыуға этәргес булған. Шулай итеп, 1920 йылда музей үҙ ишектәрен асҡан.
— Нестеров - һынлы сәнғәт өлкәһендә Өфөнө данлаған кешеләрҙең береһе, - тине Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күренекле рәссам тыуып үҫкән йорт һаҡланып ҡалмаған, уның урынында «Ағиҙел» ҡунаҡханаһы төҙөлгән. Әммә бөгөнгө сара бөйөк рәссамдың исемен мәңгеләштереүгә тәүге аҙым булып тора. Бәлки, ҡунаҡханала Михаил Нестеровтың мемориаль мөйөшө лә булдырылыр.
М.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһынан һуң Кирилл һәм Мефодий сиркәүенең хоры ҡатнашлығында матур концерт ойошторолдо.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика