Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-20 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Май 2012, 12:15

Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирә

30 майҙа «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәдис Сәлимгәрәевтың онлайн-конференцияһы үтә.
Урындағы ваҡыт менән сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем сайтҡа ингән һәр кеше, порталдың баш битендәге «Һорау бир!» бүлегендә тейешле форманы тултырып, уға мөрәжәғәт итә ала.
i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.
Фәдис Сәлимгәрәевтың интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» материалдарында, шулай уҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә сағылыш табасаҡ.
Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.
Автор: Сергей Захаров
Читайте нас