Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-9 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Май 2012, 11:08
Силәбелә балалар һабантуйы үтәсәк
2 июндә Силәбе ҡалаһының А.С.Пушкин исемендәге баҡсаһында VIII «Һабантуй мозаикаһы» балалар мәҙәни-спорт байрамы үтә. Уны ойоштороусылар булып Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы, өлкәнең Башҡорт йәштәре иттифағы, Рәсәй балалар фондының урындағы бүлексәһе һәм Силәбе өлкәһенең Башҡорт халыҡ үҙәге сығыш яһай.
«Башинформ» агентлығына Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте белгесе Динә Нафиҡова хәбәр итеүенсә, байрам флаг күтәреүҙән башлана. Балалар һабантуйында төбәктең ижади коллективтары сығыш яһай, милли көрәш буйынса ярыштар, ғаилә конкурсы, милли уйындар һәм аттракциондар ойошторола.
Байрам аҙағында иң яҡшы художестволы үҙешмәкәр коллективтар һәм милли көрәштә еңеүселәр тәбрикләнә. Жюри иң яҡшы тирмәне, биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм балалар ижады күргәҙмәһен һайлаясаҡ.
Автор:
Тимур Рәхмәтуллин
Теги:
башҡорттар төбәктәрҙә
һабантуй
байрамдар
балалар
Читайте нас