11:02 (UTC+5), 29 Мая 2012

«Урал моңо – 2012» конкурсында Ҡаҙағстандан Нурбол Балапанов Гран-при яуланы

Эльмира Сабирова
XVI «Урал моңо-2012» халыҡ-ара төрки йәштәренең музыкаль ижады конкурс-фестивалендә Ҡаҙағстандан Нурбол Балапанов Гран-при яуланы. Өфөлә өс көн дауамында барған йыр бәйгеһе лидерына диплом, «Урал моңо» стелаһы һәм «Төрксой» халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы менән булдырылған төп приз - өс мең АҠШ доллары бирелде.
Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһынан Эльдар Атмырҙаев, Тыванан Надежда Ҡуулар һәм Ҡаҙағстандан «New Boys» төркөмө беренсе дәрәжә лауреаттары булды.
Икенсе урында – Башҡортостандан «Латин кварталы» төркөмө, Дағстандан Мурза Алесгендеров һәм Тыванан Салчак Борбак-оол.
Ҡырғыҙстандан Зөһрә Шайдылдаева, Башҡортостандан Иҙел Аралбаев һәм «Арғымаҡ» төркөмө өсөнсө булды.
Виталий Очиров (Саха) – «Абай Әмирханов исемендәге махсус приз»ға, Саламат Аяпов (Үзбәкстан) милли традицияларҙы һаҡлаған өсөн махсус призға лайыҡ булды.
Конкурс-фестивалдә 12 республика һәм төбәктән вәкилдәр ҡатнашты. Киләһе «Урал моңо» йыр бәйгеһе 2014 йылда үтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика