07:56 (UTC+5), 29 Мая 2012

Салауаттан Михаил Смирнов А.Н.Толстой исемендәге халыҡ-ара әҙәби конкурс лауреаты булды

Алик Шакиров
Көн элгәре Дәүләт Думаһында А.Н.Толстой исемендәге халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте конкурсы лауреаттарын наградлау тантанаһы үтте.
Конкурс лауреаттары араһында Башҡортостан вәкиле лә бар. Ул – Салауат ҡалаһынан Михаил Смирнов. «Юғалған бала саҡты ҡайтар» («Верни потерянное детство») повесы өсөн «Үҫмерҙәр өсөн проза» номинацияһында ул конкурс дипломына лайыҡ булды.
Наградлау тантанаһын асып, Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Елена Мизулина, «А.Н.Толстой исемендәге халыҡ-ара конкурс илдең төпкөл төбәктәрендә йәшәүсе һәләтле балалар яҙыусылары өсөн уникаль мөмкинлектәр тыуҙыра», тип билдәләне.
Бәйгенең ойоштороу комитеты рәйесе, Рәсәйҙең Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Михаил Синицын бәйге хаҡында былай тине: «Бындай конкурстар бөгөн балалар әҙәбиәтенең тере булыуын, ә яҙыусыларҙың үҙҙәре алдына етди маҡсаттар ҡуйыуын күрһәтә».
Конкурс дүртенсе тапҡыр үткәрелә, һәм әлеге йыл күп күрһәткестәр буйынса рекордлы булды, тип хәбәр итте Рәсәй Йәштәр йәмәғәт палатаһының матбуғат секретары Мери Саркисян. Уның географияһы киңәйтелде. Мәскәүгә бөтә донъянан – Белоруссия, Украина, Ҡаҙағстан, Латвия, Израиль, Америка, шулай уҡ Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән эштәр ебәрелде. Конкурста ҡатнашыусылар һаны буйынса ла рекорд ҡуйылды: бәйгелә 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар араһынан жюри 14 иң яҡшы ҡатнашыусыны һайлап, наградалар тапшырҙы.
Наградлау тантанаһы дуҫтарса мөхиттә үтте. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы һәм жюри ағзаһы Татьяна Судец бәйгелә ҡатнашыусыларҙың береһе – Любовь Терехованың шиғырын яттан һөйләп ишеттерҙе. Был барыһы өсөн дә көтөлмәгән хәл булды. Шиғырҙы жюри ағзаһы эштәрҙе ҡараған саҡта иҫләп ҡалған. Татьяна Судец һүҙҙәренсә, үҙенең әҫәрҙәре аша балаларға Ватаныбыҙҙың тарихы хаҡында һөйләү яҙыусының төп бурысы булып тора.
Конкурсты ойоштороусылар – Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы һәм Йәштәр йәмәғәт палатаһы наградалар һәм бүләктәр тапшырыу менән генә сикләнмәне. Улар үҙҙәре алдына авторҙарҙың төрлө әҫәрҙәрен балаларға еткереү маҡсатын ҡуйған. «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә улар үҙҙәренең бер идеяһын тормошҡа ашырырға ниәтләй. Ата-әсәләре менән ҡуша алыҫ ергә сәйәхәт ҡылған балалар өсөн бәйгене ойоштороусылар махсус программа уйлап тапҡан. Уға ярашлы, сәйәхәт барышында балалар өсөн аудиопрограммалар ҡуйыласаҡ. Ул программалар Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте конкурсында еңеүселәрҙең әҫәрҙәренән ғибәрәт.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика