08:51 (UTC+5), 29 Мая 2012

Белорет ҡалаһы үҙенең 250 йыллыҡ юбилейын Өфөлә ҙур байрам концерты менән билдәләне

Любовь Колоколова | фото: Олег Яровиков
Көн элгәре Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Белорет ҡалаһына 250 йыл тулыуға арналған байрам концерты үтте. Ул «Өфөлә Белорет көнө» сиктәрендә үткәрелде, сарала Белорет районынан сыҡҡан Башҡортостандың танылған сәнғәт оҫталары ҡатнашты.
Сарала ҡаланың тарихы һәм социаль-иҡтисади үҫеше хаҡында һөйләгән «Белорет – кисә, бөгөн, иртәгә» күргәҙмәһе ойошторолдо. Концерт алдынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев етәкселегендәге почетлы ҡунаҡтар күргәҙмә экспонаттары менән танышты.
Концерт программаһын асып, сәләмләү һәм ҡотлау һүҙе менән Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов сығыш яһаны.
— Башҡортостан баш ҡалаһында Белорет көнө ҡаланың 250 йыллыҡ юбилейына арналған сараларға старт бирә. «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын ҡалабыҙҙың һәм Белорет еренең ҡаҙаныштары менән таныштырырға, уның үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында һөйләргә тырыштыҡ, - тине Владислав Миронов.
Башҡортостан Президенты һәм Хөкүмәте исеменән ҡотлау һүҙе менән республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин сығыш яһаны.
— 250 йыл – ул ҙур ваҡиға, - тип билдәләне Сергей Афонин. – Белорет ҡалаһы республика картаһында мөһим урын биләй. Бөгөн ул үҫешә. Һәм һеҙгә, Белорет халҡына, ярҙам итергә теләйбеҙ. Барлыҡ пландарығыҙ тормошҡа ашһын. Һеҙгә изгелек һәм бәхет теләйем! Байрам менән!
Белорет районының Өфөләге яҡташтар берләшмәһе исеменән барлыҡ Белорет халҡын юбилей менән Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов ҡотланы.
— Белорет районынан сыҡҡан өфөлөләр беҙҙең ҡалаға арналған бындай ҙур байрамдың Өфөлә үтеүе тураһындағы яңылыҡты ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итте. Был залда яҡташтарымды, дуҫтарымды күреүемә бик шатмын, - тине ул.
Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үткән гала-концерт Белорет еренең һәләтле кешеләргә ни тиклем бай булыуын күрһәтте. Концерт программаһында унлаған ижади коллектив, йөҙҙән ашыу үҙешмәкәр һәм профессиональ артист ҡатнашты. Сәхнәнән рус,башҡорт, татар, итальян һәм башҡа телдәрҙә йырҙар яңғыраны, төрлө халыҡтарҙың дәртле бейеүҙәре башҡарылды.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика