Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-10 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2012, 10:32
Бөтә Рәсәй һабантуйы Силәбе өлкәһендә үтәсәк
7 июлдә Силәбе өлкәһе Красноармейск районының Дубровка ауылында Бөтә Рәсәй һабантуйы үтә. «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итеүенсә, байрамды үткәреү өсөн Дубровка осраҡлы ғына һайланмаған: ауыл географик яҡтан уңайлы урында урынлашҡан, унда ипподром бар. Һабан байрамына илдең күп төбәктәренән, шул иҫәптән Башҡортостан, Татарстан һәм Мәскәүҙән ҡунаҡтар килә.
Байрамда Силәбе өлкәһе, Башҡортостан һәм Татарстандың үҙешмәкәр һәм профессиональ коллективтары сығыш яһай. Майҙанда милли тирмәләр ҡуйыла, сауҙа урындары ойошторола. Бында башҡорт, татар һәм ҡаҙаҡ милли ризыҡтарынан ауыҙ итеп, халыҡ промыслалары әйберҙәрен һатып алырға була. Байрамда ат сабышы, милли көрәш һәм башҡа төрлө ярыштар һәм уйындар ойошторола.
Автор:
Тимур Рәхмәтуллин
Теги:
һабантуй
байрамдар
милли мәҙәниәт
Читайте нас