09:54 (UTC+5), 28 Май 2012

Өфөлә иң яҡшы китапханасы билдәләнәсәк

Розалия Вәлиева
Дүшәмбе, 28 майҙа, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Баш ҡаланың иң яҡшы китапханасыһы-2012» ҡала конкурсына йомғаҡ яһала, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Иң яҡшы эштәр авторҙары ҡала хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығынан дипломдар һәм иҫтәлекле билдәләр менән тәбрикләнә. Бынан тыш, еңеүселәргә компьютер һәм көнкүреш техникаһын алыуға сертификаттар тапшырыла. Театр труппаһының «Ҡатынымдың исеме Морис» спектаклен күрһәтеү барыһы өсөн дә бүләк буласаҡ.
Бына инде өсөнсө йыл рәттән Китапханалар көнө алдынан баш ҡалалағы моделле китапханаларҙың презентациялары үткәрелә. 2010 йылда «Сипайлово» биҫтәһендә 26-сы моделле китапхана - «Хазина» крайҙы өйрәнеү әҙәбиәте үҙәге асылды. 2011 йылда, Сочи урамындағы авария хәлендәге бинанан Зәйнәп Биишева урамындағы яңы бинаға күсеп, «Көньяҡ» биҫтәһендә 2-се китапхана үҙ ишектәрен асты. Әлеге ваҡытта Өфөлә 12 моделле китапхана эшләй. Был аҙнала йәнә ике бындай китапхана асыла.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика