Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Май 2012, 16:32
Башҡортостан солистары II Халыҡ-ара төрки телле илдәрҙең этно-эстрада музыкаһы конкурсында ҡатнашты
19-23 майҙа Төркиәнең Силифке ҡалаһында 39-сы Халыҡ-ара мәҙәниәт аҙналығы сиктәрендә ТӨРКСОЙ ярҙамында II Халыҡ-ара төрки телле илдәрҙең этно-эстрада музыкаһы конкурсы үтте, унда Башҡортостан солистары Айҙар Хәмзин, Ләйсән Моталлапова, Әлфиә Беслер һәм Сәриә Вәлиева ҡатнашты. Конкурста шулай уҡ Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Хакасия, Татарстан, Тыва, Ҡырым (Украина) вокалсылары үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.
Башҡортостандың ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов хәбәр итеүенсә, башҡорт композиторы, музыкант, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ.Сәләм һәм Ф.Кәрим исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостан Республикаһының Музыка йәмғиәте президиумы рәйесе, БР Композиторҙар союзы идараһы ағзаһы Нур Даутов, төрлө илдәрҙең билдәле артистары һәм композиторҙары менән бер рәттән, халыҡ-ара конкурстың жюри ағзаһы булған.
Автор:
Әлим Фәйезов
Теги:
музыкаль конкурстар
төрксой
Читайте нас