06:15 (UTC+5), 25 Мая 2012

25 майҙа Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау шылтыраясаҡ

Эльмира Сабирова
25 майҙа Рәсәйҙең мәғариф учреждениеларында һуңғы ҡыңғырауҙар шылтыраясаҡ. Башҡортостанда 70 мең уҡыусы – 27 мең ун беренсе класс уҡыусыһы һәм 43 мең туғыҙынсы класс уҡыусыһы мәктәпте тамамлай.
Уҡыу йылы тамамланыу менән балаларҙы республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов ҡотланы. Ведомство башлығының сәләмләү хатында былай тиелә: «Тағы бер уҡыу йылы тамамлана. Тулҡынландырғыс мәл – һуңғы ҡыңғырау шылтырай, уҡытыусылар һәм класташтар менән хушлашыу. Һеҙгә, мәктәпте тамамлаусыларға, буласаҡ һөнәр, уҡыу йортон һайлау буйынса киң мөмкинлектәр бирелгән. Һәм был мөмкинлектәр менән дөрөҫ файҙаланырға кәрәк. Күпселек йәһәттән буласаҡ тормош юлығыҙ һәм профессиональ карьерағыҙ һеҙҙең һайлауҙан, әҙерлек кимәленән, тырышлыҡтан тора. Мәктәпте тамамлаусыларҙың барыһына ла имтихандарҙы уңышлы тапшырыуын, тормошта дөрөҫ юл һайлауын, был юлда изгелеккә, дөрөҫлөккә һәм үҙ көстәренә ышанып атлауын теләйем. Уҡытыусыларығыҙ һәм ата-әсәләрегеҙ һеҙҙең менән ғорурланһын».
Бөгөн мәктәптәрҙә тантаналы саралар һәм концерттар үтә. 18 сәғәттә Өфөлә дөйөм ҡала яҙғы сығарылыш кисәһен үткәреү планлаштырыла.
Әммә дүшәмбе, 28 майҙа, йәнә берҙәм дәүләт имтихандары старт ала. Тәүге һынауҙар – информатика, биология һәм тарих буйынса. 31 майҙа – рус теленән мотлаҡ имтихан, 4 июндә - сит телдәрҙән һәм химиянан, 7 июндә - математика буйынса икенсе мотлаҡ имтихан, 13 июндә - йәмғиәтте өйрәнеү һәм физиканан, 16 июндә география һәм әҙәбиәттән имтихандар була.
Сығарылыш кисәләре 23 июнгә билдәләнгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика