10:28 (UTC+5), 24 Мая 2012

Өфөлә Бөтә Рәсәй ғаилә конгресы асылды

Эльмира Сабирова | фото: Альберт Заһиров
Өфөлә V «Ғаилә һәм бала саҡ: тәжрибә, проблемалар һәм уларҙы хәл итеү мөмкинлектәре» бөтә Рәсәй конгресы асылды. Унда ҡатнашыусылар демографик хәл, ғаилә институтын нығытыу мәсьәләләрен, илдә ғаилә сәйәсәтен үҫтереү стратегияһын тикшерә.
— Рәсәй аборттар һәм айырылышыуҙар һаны буйынса беренсе урындарҙа килә. Беҙҙә никахһыҙ тыуған, интернат учреждениеларында тәрбиәләнгән балалар һаны бик күп, - тине Рәсәй дәүләт социаль университеты ректоры, «Рәсәй ғаиләһе» милли йәмәғәт комитетының вице-президенты Лидия Федякина. – Был проблема борсолоу тыуҙыра, һәм беҙгә уны бергәләп хәл итергә кәрәк.
Бынан тыш, башҡа киҫкен торған мәсьәләләр ҙә бар. Улара араһында – ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, йәмғиәттең рухи-әхлаҡи нигеҙенең ҡаҡшауы.
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин билдәләүенсә, матди байлыҡтар артынан ҡыуып, ата-әсәләр тәрбиә өлкәһендәге мөһим эш хаҡында онота. Шуға күрә ғаилә сәйәсәтен формалаштырыу мәсьәләһе бөгөн Башҡортостан өсөн дә, тоташ Рәсәй өсөн дә үтә мөһим.
БР Хөкүмәте Премьер-министры Фидус Ямалетдинов ғаилә сәйәсәте хаҡында һүҙ йөрөтөп, былай тине:
— Һәр заманда ғаиләнең йәмғиәттәге торошона, дәүләттең уға ҡарата мөнәсәбәтенә ҡарап илдең үҫешкән булыу-булмауы хаҡында һүҙ йөрөткәндәр. Башҡортостанда балалар халыҡтың дүрттән бер өлөшөн тәшкил итә, улар яҡынса 552 мең ғаиләлә тәрбиәләнә.
Вице-премьер республикала ғаиләгә һәм әсәлеккә һәр саҡ айырыуса мөнәсәбәт булыуын билдәләне. Төбәктә балаларҙы ғаиләлә тәрбиәләү, үҫтереү, белем биреү өсөн шарттар булдырыуға, демографик хәлде яҡшыртыуға, тыуым кимәленең артыуына һәм ғаилә институтын нығытыуға йүнәлтелгән иҡтисади, социаль һәм хоҡуҡи саралар комплексы әҙерләнгән.
Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ мәсьәләләренең мөһим булыуын Рәсәй йәмғиәте бөгөн тулыһынса аңлай.
— Балалары булған ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү һәр саҡ республикабыҙҙың социаль сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбендә булды, - тине Ленара Иванова. – Дөйөм алғанда балалары булған ғаиләләр беҙҙә республика бюджетынан 30-ҙан ашыу төр пособие һәм социаль ярҙам ала. Шулай итеп, былтыр ғына был маҡсаттарға 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде.
Шулай уҡ ведомство башлығы ғаиләләргә ярҙам итеүҙең башҡа йүнәлештәре менән дә таныштырҙы.
Пленар ултырыш аҙағында иң яҡшы ғаиләләрҙе наградлау тантанаһы үтте.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика