Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2012, 12:32
31 майҙа баш ҡалала «Барлыҡ балаларға – бәхетле бала саҡ!» хәйриә концерты үтә
31 майҙа Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр эштәре буйынса бүлеге ярҙамында «Шаян» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған «Барлыҡ балаларға – бәхетле бала саҡ!» хәйриә концертын үткәрә.
Концерт Өфөнөң С.Т.Аксаков исемендәге баҡсаһында үтә. Унда «Шаян» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Майҙан» фольклор ансамбле, башҡорт эстрадаһы йырсылары, Өфө технология һәм дизайн колледжы, «Joker» сағыу ваҡиғалар агентлығы ҡатнаша.
Концерттан алынған аҡса Өфө районының Алексеевка ауылындағы Коррекцион педагогика үҙәгенә йүнәлтеләсәк.
Автор:
Марина Шумилова
Теги:
хәйриә
халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө
Читайте нас: