10:02 (UTC+5), 23 Мая 2012

Әлфис Ғаязов: «Башҡорт лицей-интернатын япмаясаҡбыҙ»

Ольга Мортазина
«Ижтимағи электрон гәзит»тә Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов менән онлайн-конференция үтте. Күпселек һорауҙар милли-төбәк компонентына, атап әйткәндә, башҡорт телен өйрәнеүгә ҡағылды. Закон буйынса федераль һәм төбәк компоненттары нисбәте 80 һәм 20 тәшкил итә, ошонан сығып уҡытыу планы төҙөлә, уға ярашлы һәр предмет БДИ тапшырыу өсөн етерлек күләмдә өйрәнелә, тине республиканың мәғариф министры.
«Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусылары ауылдарҙа аҙ комплектлы мәктәптәрҙе ябыу мәсьәләһен дә ҡуҙғатты. «Был йән башына ҡарап финанслауҙы индереүгә бәйле, - тип иҫкә төшөрҙө министр. – Хәҙер мәктәптең булыу-булмауы тулыһынса балалар һанынан тора. Икенсе аспект та бар. Мәғариф учреждениеһы тейешле кимәлдә эшләһен өсөн унда кәм тигәндә 18 уҡытыусы эшләргә тейеш».
Бихисап һорау гәзит уҡыусыларының Республика башҡорт лицей-интернаты хаҡында борсолоуына бәйле булды. Һүҙ уҡыу йортон ябыу хаҡында бармай, тип ышандырҙы министр. Әлеге ваҡытта мәктәпте ваҡытлыса «күсереү» мәсьәләһе хәл ителә, сөнки, экспертизаға ярашлы, бинаға ремонт үткәреп булмай, ә яңыһын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөү мөмкин түгел. Киләһе уҡыу йылында балаларҙы Өфөнөң 5-се лицейы һәм ҡаланың һөнәри-техник училищеларының береһе ҡабул итәсәк.
Дөйөм алғанда онлайн-конференция барышында Әлфис Ғаязовҡа 60-ҡа яҡын һорау бирелде. Уларға яуаптарҙы «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) уҡырға була.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика