11:13 (UTC+5), 23 Мая 2012

25 майҙа баш ҡалала киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн семинарҙар үтә

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостандың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн семинарҙар ойоштора. Ведомство ҡарамағында булған баҫмаларҙың баш мөхәррирҙәренең һәм журналистарының профессиональ кимәлен күтәреү әлеге сараларҙың төп маҡсаты булып тора.
— 25 майҙа Өфөлә төрлө майҙансыҡтарҙа бер юлы өс семинар үтә, - тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. – Баш мөхәррирҙәр «Мәғлүмәт һәм пропаганда ярҙамында экстремизмға ҡаршы көрәш буйынса киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеге» темаһы буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерәсәк. Баҫма матбуғаттың электрон версияһында эшләгән белгестәр өсөн «Район, ҡала, республика киң мәғлүмәт саралары сайттарының мөмкинлектәрен үҫтереү» семинары үтә. Иҡтисад темаһын яҡтыртыусы журналистар «Башҡортостан халҡының финанс белемен арттырыуҙа киң мәғлүмәт саралары роле» семинарында ҡатнаша.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика