12:40 (UTC+5), 23 Мая 2012

24 майҙа «Башинформ»да «Урал моңо – 2012» фестиваленә арналған матбуғат конференцияһы үткәрелә

Эльмира Сабирова
24 - 26 майҙа Өфөлә төрки йәштәренең XVI «Урал моңо-2012» халыҡ-ара музыкаль конкурс-фестивале үтәсәк. Йола буйынса йыр марафонында Ҡабарҙы-Балҡарҙан, Дағстандан, Ҡаҙағстандан, Башҡортостан, Хакасия, Тува, Алтай, Татарстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Саха (Якутия), Сыуашстан, Төркиәнән, Үзбәкстандан һәм Ҡарасәй-Черкес Республикаһынан йырсылар һәм ижади коллективтар ҡатнаша.
24 майҙа «Башинформ» агентлығында ойоштороусылар, жюри ағзалары һәм фестиваль конкурсанттары ҡатнашлығындағы матбуғат конференцияһы үткәрелә. Атап әйткәндә, журналистарҙың һорауҙарына БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Рәис улы Алтынбаев, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Байрас Вәли улы Ишбирҙин, шулай уҡ жюри ағзалары: жюри рәйесе - композитор, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Урал Мирас улы Иҙелбаев, Әхмәт Байтурсынов исемендәге Костанай дәүләт университетының «Өнер» студияһы музыкаль етәксеһе Азамат Кабжалелулы Моҡатов, Рәсәй Федерацияһы йәштәр сәйәсәте өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре, Тува Республикаһының Бейеү спорты федерацияһы президенты Кызыл Калдар-оолович Куулар, Дағстандың Дәүләт хоры артисткаһы Фатима Явгайтар ҡыҙы Нурлыбаева яуап бирәсәк.
Матбуғат конференцияһы 15.00-дә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика