Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
08:56 (UTC+5), 22 Мая 2012

2 июндә «Первушино» аэродромында ғаилә байрамы үткәрелә

Әлфиә Шәрәфетдинова
2 июндә Өфөнәнән 35 километр алыҫлыҡта Кушнаренко районында урынлашҡан «Первушино» аэродромында Бала саҡ һәм авиация байрамы үткәрелә. «Асыҡ күк» ғаилә уикенды Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата ойошторола.
Ойоштороусылар уны төрлө йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгән сағыу, бай эстәлекле программа тип анонслай.
— Балалар өсөн авиация тематикаһына һүрәттәр конкурсы һәм экскурсиялар үткәреү планлаштырыла. Бынан тыш, һәр төрлө авиация техникаһы менән танышырға, пилоттар оҫталығын, парашютистар һикереүен, авиамоделистарҙың сығыш яһауын, 12 йәшкә тиклемге балаларҙың мотокросс буйынса күрһәтмә сығыштарын, бурҙайҙар ярышын ҡарап буласаҡ. Әүҙем ял итергә яратыусылар өсөн алдынғы автомобиль маркаларында тест-драйв ойоштороласаҡ, вертолеттарҙа, параплан, аэростат, автожирҙарҙа йөрөп буласаҡ. Былар барыһы ла музыкаль төркөмдәрҙең сығышы, конкурстар, викториналар, приздар, сюрприздар менән оҙатылып барасаҡ. Байрам концерт һәм сағыу салют менән тамамланасаҡ, — тинеләр БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында.
Байрамда ҡатнашырға теләгәндәр аэродромға Өфөнөң Көньяҡ автовокзалынан юлға сыға ала. 12.30-ҙан башлап был уңайҙан махсус бүленгән «Башавтотранс» автобустары йөрөй башлаясаҡ. Улар ярты сәғәт һайын ҡуҙғала. Кире йүнәлештәге һуңғы рейс – 22.30-ҙа.
Юл хаҡы - 63 һум. Аэродромға инеү бушлай.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика