04:37 (UTC+5), 21 Май 2012

Рөстәм Хәмитов велоуҙышта ҡатнашты

«Башинформ» | фото: Андрей Старостин
Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара велосипедсылар көнөнә арналған «1000 велосипедсы көнө» спорт байрамында ҡатнашты. Рөстәм Хәмитов велоуҙышта ҡатнашыусылар менән бергә Ленин исемендәге майҙандан алып Салауат Юлаев исемендәге майҙанға тиклем велосипедта үтте, тип хәбәр иттеләр БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән. Юл оҙонлоғо 10 километр тәшкил итте. Өфөлә икенсе тапҡыр үткәрелгән спорт байрамында 1500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
— Дуҫтар, барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым. Беҙҙең өсөн, йәғни сәләмәт тормош алып барған, физкультура менән шөғөлләнгән кешеләр өсөн был ысын мәғәнәһендә байрам, - тип мөрәжәғәт итте байрамда ҡатнашыусыларға Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн барыбыҙ ҙа, мең велосипедсы, был майҙанда йыйылдыҡ. Мин үҙем яңыраҡ был спорт төрө менән шөғөлләнә башланым. Һеҙҙең менән бергә был араны үтеп, бының нимә икәнен күргем килә. Ә артабан был хәрәкәтте үҫтерәсәкбеҙ. Киләһе йылға – ике мең, артабан биш мең кеше булһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Ҡасандыр ярты Өфө мотлаҡ велосипедҡа ултырасаҡ. Был яҡты көн тыуасаҡ, тип уйлайым. Беҙгә ҡалала велосипед юлдары кәрәк, автомобилдәрҙең әҙерәк булыуы кәрәк. Велосипедҡа – эйе! Спортҡа – эйе! Ура!
«1000 велосипедсы көнө» спорт байрамы Өфөлә тәүгә 2011 йылдың майында үткәрелгәйне. Унда Өфөнән һәм күрше райондарҙан 350 кеше ҡатнашты.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика