12:10 (UTC+5), 21 Мая 2012

Башҡортостандың 24 спортсыһы Рәсәй йыйылма командаһы составында Лондондағы Олимпия уйындарына бара

Эльмира Сабирова
Лондондағы XXX йәйге Олимпия уйындарында илдең йыйылма командаһы составында Башҡортостан данын — биш, ә XIV Паралимпия уйындарында 19 спортсы яҡлаясаҡ.
БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй йыйылма командаһына Лилиә Шобухова менән Григорий Андреев (еңел атлетика, марафон), Реналь Ғәниев (фехтование), Антон Анчин (йөҙөү) һәм Елена Савельева (бокс) эләккән.
Паралимпия уйындарында ҡатнашыуға еңел атлеттар Елена Паутова, Алексей Лабзин, Андрей Коптев, Анна Сорокина, Альберт Әсәҙуллин, Артем Тайганов, Илдар Помыкалов (һуҡырҙар спорты), Андрей Жирнов, Анастасия Овсянникова, Айгөл Сәхибзадаева (терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған спортсылар), йөҙөүселәр Оксана Савченко, Александр Неволин-Светов, Михаил Зимин (һуҡырҙар спорты), фехтовальщиктар Марат Йосопов, Иван Андреев, Тимур Хаматшин, Тимур Фәйзуллин (терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған спортсылар), дзюдосы Олег Крецул (һуҡырҙар спорты), уҡтан атыусы Рәлия Ғәлекәева (терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған спортсы) күрһәтелгән.
БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Вячеслав Чернов әйтеүенсә, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда Паралимпия йыйылма командаһы составында Башҡортостан вәкилдәре иң күбе.
— Күп төрҙәр буйынса һайлап алыу ярыштары июль башына тиклем алып барыласаҡ. Олимпия ярыштарында ҡатнашыу өсөн республиканан кәмендә ике спортсы һәм Паралимпия уйындарына 1-2 спортсы Рәсәйҙең йыйылма командаһы составына инеүгә дәғүә итә алыр, тип ышанабыҙ. Йыйылма команда составы тулыһынса раҫланмаған әле, — тип аныҡлап китте министр урынбаҫары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика