Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2012, 18:47
Силәбе өлкәһендә йәш башҡорт йырсыларының концерты үтәсәк
18-19 майҙа Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарында Башҡортостан йәш артистарының «Иң яҡшыһы — һинең өсөн!» исемле концерты үтә. Ауыл йәштәре алдында йырсылар Раил Өмөтбаев, Ғайсар Миңлеғолов һәм алып барыусы Әлмир Бамбучо сығыш яһай. Концерттарҙы Арғаяш районының Башҡорт йәштәре иттифағы һәм «Салауат» продюсер үҙәге ойоштора. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итте.
Автор:
Тимур Рәхмәтуллин
Теги:
башҡорттар төбәктәрҙә
концерттар
йәштәр
Читайте нас