Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Май 2012, 12:18
Төбәктең Транспорт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирә
16 майҙа «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөнировтың онлайн-конференцияһы үтә.
Урындағы ваҡыт менән сәғәт 11-ҙән 12-гә тиклем сайтҡа ингән һәр кеше, порталдың баш битендәге «Һорау бир!» бүлегендә тейешле форманы тултырып, уға мөрәжәғәт итә ала.
i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.
Ильяс Мөнировтың интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» материалдарында, шулай уҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә сағылыш табасаҡ.
Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.
Автор:
Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин
Теги:
онлайн-конференциялар
ижтимағи электрон гәзит
Читайте нас