06:32 (UTC+5), 16 Май 2012

Баш ҡалала Юрий Шевчукка 55 йәш тулыуға арналған фотокүргәҙмә асылды

Розалия Вәлиева | фото: Розалия Вәлиева
«Июнь» сауҙа үҙәге фойеһында Юрий Шевчуктың юбилейына арналған фотокүргәҙмә асылды. Бөгөн билдәле яҡташыбыҙға, «ДДТ» төркөмө лидерына 55 йәш тула.
54 фотоһүрәттә - Юрий Юлиан улының тормош юлынан күренештәр: ижадын хөрмәт итеүселәр, журналистар менән осрашыуҙар, концерттар. Фотоһүрәттәрҙә улы Петр, әсәһе Фәниә, апайы Наталья ла бар. Шулай уҡ күргәҙмә эштәрендә төркөмдөң тәүге һәм әлеге составын күрергә була. Барлыҡ фотоһүрәттәр «Комсомольская правда» гәзите архивынан алынған, авторҙары - Мила Киян, Марат Мөлөков, Фәнил Хәкимов, Евгений Вайднер һәм Александра Витковская.
Экспозиция «Июнь» сауҙа үҙәгендә - 18 майға тиклем, «Мир» сауҙа һәм күңел асыу үҙәгендә 19-29 майҙа эшләйәсәк. Инеү бушлай.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика