08:21 (UTC+5), 15 Май 2012

Йәрмәкәйҙәр үҙҙәренең район үҙәге менән ғорурлана һәм уны тағы ла күркәмерәк итергә тырышасаҡ

Әлим Фәйезов
«2011 йылда Башҡортостан Республикаһының иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе» республика конкурсы йомғаҡтары буйынса 10 меңдән кәмерәк халҡы булған ауыл биләмәләре араһында Йәрмәкәй ауыл биләмәһе беренсе урын алды.
«Башинформ»ға Йәрмәкәй районы хакимиәте хеҙмәткәре Флорида Шакированың хәбәр итеүенсә, район үҙәген төҙөкләндереүгә ауыл биләмәһендә ҙур иғтибар бирелә. Атап әйткәндә, былтыр бында күп фатирлы йорттарҙа ремонт үткәрелгән, халыҡты транспорт менән ташыу ойошторолған, балалар майҙансыҡтары төҙөкләндерелгән.
Йәшелләндереү эштәре менән йәрмәкәйҙәр айырыуса ғорурлана. Былтыр юл буйына 7 мең ағас ултыртылған, өҫтәүенә, уларҙы кәртәләп тә алғандар. Йыл һайын яҙҙан көҙгә тиклем район үҙәге сәскәләргә күмелә – һуңғы йылдарҙа хакимиәт клумбалар, түтәлдәр, урамдар һәм юлдарҙы ҡарауҙы урындағы предприятие һәм ойошмаларға йөкмәтә. Ошо рәүешле тораҡ пункттың бер мөйөшө лә иғтибарһыҙ ҡалмай, ҡый үләндәрен сабыу, биләмәне сүп-сарҙан таҙартыу эштәре лә ваҡытында башҡарыла.
Бындай тәртип булдырыу өсөн халыҡтың аңлауы, ярҙам итеүе лә мөһим. Ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре йыл һайын халыҡ менән йыйылыштар үткәрә, унда шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа мал тотоу ҡағиҙәләре, янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү һәм төҙөкләндереү кеүек өс мәсьәләне күтәрә. Ошонда уҡ экологик айлыҡтар иғлан ителә, айлыҡ барышында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына сүп-сар бушлай сығарып түгелә. Үҙ ваҡытында ауыл хакимиәте менән ойошторолған сүп-сарҙы ихаталар буйлап йыйыу практикаһы ла тораҡ пункттың эргә-тирәһен таҙа тотоу эштәрен яйға һалған.
Район үҙәгендә «Таҙа яр» экологик акцияһын ойоштороу ҙа матур йолаға әүерелгән, унда бөтә ауыл халҡы әүҙем ҡатнаша. Ауыл шишмәләр эргәһен төҙөкләндереү маҡсатында үткәрелгән «Таҙа һыу» акцияһынан да ситтә ҡалмай. Ойошмалар шишмәләрҙең эргә-тирәһен ҙур тырышлыҡ менән төҙөкләндерә: инеш ярҙарын нығыта, һыу торбалары, шишмә янында ял итеү өсөн эскәмйәләр ҡуя. Артабан да улар «үҙҙәренең» инештәрен ҡарауһыҙ ҡалдырмай, уларға шефлыҡ итә.
«Һыу» темаһын дауам итеп, Йәрмәкәй ауылы янындағы ГЭС территорияһын төҙөкләндереү тураһында ла әйтеп китергә кәрәктер. Халыҡ үтенесе буйынса бында һыу инеү өсөн майҙансыҡ булдырылған, күпер төҙөлгән, пляжға йылға ҡомо килтереп түшәлгән. Былар барыһы ла халыҡты шатландыра, әлбиттә, ә республика конкурсында еңеү йәрмәкәйҙәрҙе тағы ла яңы бейеклектәр яулауға дәртләндерәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика