10:30 (UTC+5), 15 Май 2012

Шаран районында Рима Баталова приздарына еңел атлетика кросы уҙҙы

Людмила Терновая
Шаран районында Дәүләт Думаһы депутаты, ун өс тапҡыр Паралимпия уйындары еңеүсеһе Рима Баталова приздарына дүртенсе тапҡыр еңел атлетика кросы үтте. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн Шаран ауылына бөтә райондан, шулай уҡ күрше муниципаль берәмектәрҙен спортсылар килде. Сараны асыу тантанаһында ҡунаҡтар алдында йәш спортсылар сығыш яһаны.
— Беҙ барыбыҙ ҙа спорт менән дуҫ, сәләмәт тормош алып барабыҙ, - тип бәйгелә ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итте Рима Баталова. – Һеҙҙән, минең кеүек үк, чемпиондар сығыр, тип ышанам. Чемпион булып тыумайҙар, быға ҙур тырышлыҡтар ярҙамында ирешәләр.
Ярыштарҙа дүрт йәштән алып утыҙ биш йәшкә тиклемге спортсылар ҡатнашты.
— Йылдан йыл кроста ҡатнашыусылар һаны арта, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Шаран районы хакимиәте башлығы Илгиз Сәмиғуллин. – Балаларға сәләмәтлек, уңыштар, яңы еңеүҙәр теләйем. Ярыштарҙа ҡатнашыусыларға бында килеп, әүҙемлек күрһәткәндәре өсөн рәхмәт. Был матур йола алдағы йылдарҙа ла дауам итһен.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика