06:16 (UTC+5), 14 Мая 2012

Өфөлә ат спорты буйынса Махсус Олимпия ярыштары ойошторола

Эльмира Сабирова
Үҙенсәлекле проект Өфөлә өсөнсө тапҡыр ойошторола. Республика ат фестивале һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн үткәрелә. Йола буйынса ул инвалид балалар өсөн Республика иппотерапия үҙәге базаһында үтәсәк (Аврора урамы, 18, 22-се дауахана ҡаршыһында).
Үҙәк директоры Наталья Никитина әйтеүенсә, фестиваль 16 майҙа төшкө 2-лә асыла. Уның сиктәрендә ат спорты буйынса Махсус Олимпия ярыштары үткәреләсәк. Уның маҡсаты: инвалид балалар араһында ат спортын һәм һыбай йөрөү буйынса дәрестәрҙе популярлаштырыу һәм үҫтереү; аҡыл үҫеше буйынса артта ҡалған балалар һәм инвалидтарҙы реабилитациялау, адаптациялау һәм йәмғиәткә интеграциялау буйынса эштәр алып барыусы ойошмаларҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштереү; республиканың коррекция мәктәптәре араһындағы дуҫлыҡ бәйләнештәрен үҫтереү һәм нығытыу.
17 майҙа сәғәт 12-лә аттар менән хәйриә байрамы үткәрелә, унда балалар аттар тураһында күберәк белә, улар менән уйнай аласаҡ, теләге булғандарҙың барыһына ла аттарҙы ашатырға һәм һыбай йөрөп ҡарарға мөмкинлек биреләсәк. Шулай уҡ бында еңеүсе команданың сығыш яһауы ла көтөлә. Байрам аҙағында үҙәк волонтерҙары һәм инструкторҙары костюмдарҙа һыбайлылар номерҙарын тәҡдим итәсәк. Ойоштороусылар бихисап күңелле номерҙар һәм төрлө конкурстар вәғәҙә итә.
Байрамды ҡала пионерҙар ойошмаһынан ярҙамсылар менән «Изге эш» ойошмаһының волонтерҙары алып бара. Ҡатнашыусылар өсөн бүләктәр һәм сувенирҙар әҙерләнгән.
Фестиваль БР Мәғариф министрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Башҡортостан физик культура институты ҡатнашлығында үткәрелә һәм Балаларҙы яҡлау көнөнә арнала.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика