09:38 (UTC+5), 14 Мая 2012

Башпедуниверситет Польша менән хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуясаҡ

Эльмира Сабирова
Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәре сиктәрендә 14 майҙа М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Филологик белем биреү һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар институтында БДПУ, Башҡортостан Республикаһының поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге һәм Олецко ҡалаһы хакимиәте араһындағы өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтәсәк.
Килешеү мәғариф өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе, шул иҫәптән мәғлүмәт, уҡыу һәм методик әсбаптар менән алмашыуҙы, берлектәге мәғариф проекттарын тормошҡа ашырыуҙы, конференциялар һәм семинарҙар ойоштороуҙы күҙ уңында тота.
Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгендә хәбәр итүҙәренсә, был көндө БДПУ-ла поляк теле һәм мәҙәниәте кабинеты асыласаҡ һәм Олецко (Польша Республикаһы) мәктәбе уҡытыусылары менән осрашыу үтәсәк. БДПУ-ла аныҡлауҙарынса, кабинет университеттың, Поляк мәҙәниәте үҙәгенең һәм Олецко хакимиәтенең берлектәге инициативаһы буйынса ойошторола.
Был - вуздағы берҙән-бер үҙәк түгел. Бында электән И.Гёте, К.Дмитриев, М.Аҡмулла исемендәге, франкофония, татар теле, Иран мәҙәниәте һәм башҡа кабинеттар уңышлы эшләп килә. Махсус фәнни-белем биреү үҙәктәрен булдырып, ошо рәүешле университет халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү һәм милләт-ара бәйләнештәрҙе нығытыу юлынан бара.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика