10:24 (UTC+5), 12 Май 2012

Сибайҙа тәмәке тартыуға ҡаршы велоуҙыш үтте

Тимур Рәхмәтуллин
«Сибай үлемесле тәмәке фабрикаһын төҙөүгә ҡаршы» исемле велоуҙыш Сибай ҡалаһында үтте. Акцияла йәштәр – студенттар, эшҡыуарҙар, экологтар, эшселәр һәм медицина хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Ҡаланың «Тәҡүә» йәмиғ мәсете имам-хатибы Әғләметдин Ғәзизов велоуҙышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм уларҙан ҡалала тәмәке фабрикаһын төҙөүгә ҡаршы мөрәжәғәтнамә аҫтында ҡул ҡуйыуын һораны. Велоуҙышты ойоштороусылар тәмәкенең зыяны тураһында плакаттар әҙерләгән. Улар тәмәке фабрикаһын төҙөү өсөн ҡаралған урында, ҡала майҙанында һәм башҡа урындарҙа урынлаштырылды.
— Властың бурысы – дөрөҫ булған берҙән-бер юлды һайлау: тәмәке компанияһы менән хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тартыу, - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына акцияны ойоштороусыларҙың береһе, «Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәтенең рәйестәше Роберт Дәүләтшин. – 2010 йылда Владимир Путин тәмәкегә ҡаршы концепция ҡабул итте, ә Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһында Рәсәй сәйәсәте мәктәбен тамамлаусылар менән осрашыу барышында, «Тәмәкеһеҙ республика» проектын тикшереп, илдә һәм донъяла тәмәкегә ҡаршы хәрәкәт киң тарала барған осорҙа бының айырыуса мөһим булыуын билдәләне.
Тәмәке фабрикаһын төҙөү хәүефе янағанлыҡтан Сибайҙа алкоголизм, наркомания һәм тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш буйынса Владимир Путиндың тәмәкегә ҡаршы концепцияһына ярҙам итеү комитеты булдырылды, тип хәбәр итте Роберт Дәүләтшин. Уның составына наркологтар, хоҡуҡ һаҡлаусылар һәм республиканың йәмәғәт ойошмалары етәкселәре инде. Рәсәйҙең баш санитар табибы Геннадий Онищенко, Рәсәй тәмәкегә ҡаршы коалицияһы рәйестәше Дарья Халтурина һәм Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының «Тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш буйынса программа» проектының координаторы Энди Хартсхорн исеменә ҡалала предприятие төҙөүгә юл ҡуймау үтенесе менән мөрәжәғәтнамә ебәрелде.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика